Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостан өҫтәлмә һайлауҙарға әҙерләнә


Ул беренсе мартта буласаҡ. Был көндө Дүртөйлө районында бер мандатлы һайлау округында республика парламентына депутат һайлана, башҡа бер-нисә район-ҡалала урындағы шураларға вәкилдәр билдәләнә. Дүртөйлө буйынса һайлуҙа 4 кандидат дәғүә итә. Берҙәм Рәсәй, коммунистар һәм ЛДПР-ҙан берәр намзәт, 4-сеһе үҙ-үҙен тәҡдим иткән.

“Берҙәм Рәсәй”ҙән Илдар Ғәбитов, КПРФ-тан Данила Герасмиов һәм либералдар фирҡәһенән Евгений Ҡаһарманов депутат ҡәнәфие өсөн көрәш башларға үҙәк һайлау комиссияһында бушлай газета биттәре һәм радио-телевидениела эфир ваҡыты өсөн йәрәбә тартты. Үҙ-үҙен тәҡдим иткән Рөстәм Фәтихов бушлай эфирҙан баш тартты.
XS
SM
MD
LG