Accessibility links

пәнҗешәмбе, 8 декабрь 2016, Казан вакыты 01:28

Әбйәлил районы хакимиәтендә үҙгәрештәр


Муниципаль район шураһының сираттан тыш ултырышында депутаттар район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы Рим Сыңғыҙовҡа йөкмәтте.

Хакимиәттең быға тиклемге башлығы Владимир Павлюкович пенсияға сығыу сәбәпле эштән китеү тураһында ғариза бирҙе.
Рим Сыңғыҙов район хакимиәте башлығы вазифаһын конкурс йомғаҡтары буйынса муниципаль шура тәғәйенләгән башлыҡҡа тиклем башҡарасаҡ.

Яңы йыл байрамдары артта ҡалды. Хәҙер өй түрен биҙәп ултырған йәшел шыршылар алына башланы. Ә ҡала урамдарын, төп майҙандарҙағы шыршылар ҙа, боҙ ҡаласыҡтар ҙа әлегә балаларҙы ҡыуандырасаҡ. Мәҫәлән Өфөлә Ленин майҙанындағы һәм Конгресс-Холл бинаһы эргәһндәге шыршылар башҡала хакимиәтенең махсус ҡарарынан һуң ғына алынасаҡ.

Төп шыршыларҙың олондары ҡаланы төҙөкләндереүҙә ҡулланыласаҡ. Улар таҡта итеп ярыла, бағана ролен дә башҡарасаҡ.

XS
SM
MD
LG