Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда чечендарҙы ҡыйырһыталармы


Чечняның кеше хоҡуҡтарын яҡлаусыһы Нурди Нухажиев әйтеенсә, уның исеменә башҡа төбәктәрҙә йәшәүсе милләттәштәренән күп һанлы ялыуҙар килә.

Улар үҙҙәрен урындағы милиция хеҙмәткәрҙәренең ҡыйырһытыуҙары тураһында һөйләй. “Яҡын көндәрҙә Белоретта юридик техникумда уҡыған чечен студенты Рустам Халадов та ялыу менән мөрәжәғәт иткән”, тип яҙа Регнум.

Ул үҙен ҡанунһыҙ рәүештә енәйәт яуаплылығына тарттырыуҙарына зарлана. Уның яҙыуынса былтыр сентябрҙә Белорет юридик техникумында бер уҡытыусы уның менән низағ ойоштора, шунан һуң таныш милиционерҙарын саҡырып чечен егетен ҡыйната.

Һуңынан уны эске эштәр идаралығына алып барып йәнә ҡыйнайҙар, артабан ике тәүлеккә ябып ҡуялар. Был тарихтың асылын әлегә бер кем дә аныҡ белмәй. кавказдан килеп Башҡортостанда үҙ тәртибен урынлаштырған тау халҡының әҙәп-холоғо билдәле ки.
XS
SM
MD
LG