Accessibility links

дүшәмбе, 5 декабрь 2016, Казан вакыты 03:26

Ҡорал тапшырыу тамамланды


Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығы бөгөн махсус операция йомғаҡтарын иғлан итә.

Ай дауамында тәртип һаҡлау органдары халыҡтан ҡорал йыйғайны. Граждандарҙа һаҡланған һәм уларҙың үҙ ирке менән тапшырған арсенал өсөн аҡса ла түләнде.

Милиция бүлектәренә килтерелгән һәр автомат өс мең һумға баһалана. Пистолет өсөн ҡаҙнанан ике мең, пулеметҡа 4 мең һум түләнде. Милиция хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, күрелгән сараның һөҙөмтәһе лә бар. Республикала ҡорал ҡулланып башҡарылған енәйәттәр һаны кәмегән.

XS
SM
MD
LG