Accessibility links

дүшәмбе, 5 декабрь 2016, Казан вакыты 05:40

Өфө-Ҡазан юлдарында… Алексей Терещенко?


Башҡортостан менән Татарстан араһында тағы бер шым ғына низағ булып алыуы ихтимал.

Унда бер ниндәй сәйәсәт юҡ спортҡа ҡағыла. Ҡазандың Аҡ барс клубы Өфөнән иң көслө хоккейсы Алексей Терещенконы үҙенә алырға уйлай. Уға Өфөлә генә ҡарағанда күберәк, бер миҙгелгә 4 миллион доллар эш хаҡы вәғәҙәләгәндәр. Әлегә Терещенконың да, Салауат Юлаев клубы етәкселегенең дә реакцияһы билдәһеҙ.

Аленксей Терещенко Өфөгә Ҡазандан 2 йыл элек күсте. Аҡ барста йондоҙло Морозов, Зиновьев, Зариповтар араһында ул әллә ни балҡый алмай күләгәлә ҡалды, көслө хоккейсы булараҡ тап Салауат Юлаевта асылды. Хәҙер Ҡазан командаһы уны кире ҡайтарырға тырыша. Алексей Терещенко иһә спорт агентлыҡтарына әңгәмәләрендә миңә Салауат Юлаев командаһына барыһы ла күңелемә хуш килә тип белдерә.

XS
SM
MD
LG