Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡорт йәштәре иттифағы яңы эшләү алымдарға күсә


Хәҙер улар Өфөлә түгел, райондарға сығып кәңәшмәләр үткәрә башланы.

Йәштәр башланғыстарын яҡлау йылында улар үҙ фекерен үткәреп ҡалырға тырыша. Тәүге осрашыу Әбйәлил районында үтте. Һөйләшеүҙе эшлекле тип түгел, эшлекле итеп үткәрергә тырышыу тип баһаларға кәрәк. Сөнки, тәүге осрашыу булғанлыҡтан күрәһең, уй-хистәр саманан тыш ине. Башҡорт дәүләт филармонияһынан Фаяз Йәнтурин, иттифаҡтың актив ағзаһы өлкән йәштәгеләрҙе йәштәргә эш урындары бирергә саҡырҙы.

Фекер бер-төрлө вазифаларҙы биләүсе өлкән ағай-апайҙар йәштәр проблемаларына иғтибарҙы көсәйтергә тейеш. Егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙҙәре инде битарафлыҡтан арынып, етди тәҡдимдәр менән әүҙемлек күрһәтергә бурыслы. Тап ошондай эшмәкәрлекте Башҡорт йәштәре иттифағы тәҡдим итә. Әбйәлил районы иһә тәжрибә майҙансығы итеп алынды ти Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе Фәүзил Маликов, Башҡорт йәштәре иттифағы ағзалары йәштәрҙе исламға йәлеп итеүҙе лә тәү маҡсаттарҙың береһе, тип иҫәпләй. Иттифаҡ ағзаларын элек митингтарға сығарған Фәнзил Әхмәтшин хәҙер түбәтәй кейгән һәм һаҡал үҫтереп ебәргән. Тормошҡа дин күҙлегшенән ҡарап ул дини ҡанундар ярҙамында күп кенә насар холоҡтарҙан арынырға саҡыра.

Фекер алышыуҙан һуң Башҡорт йәштәре иттифағының Әбйәлил районындағы бүлексәһе ойошторолдо. Тап ошо бүлексәгә хәҙер яуаплы бурыс-урындағы хакимиәт, йәштәр палатаһы менән берлектә йәштәрҙең көнүҙәк мәсъәләләрен хәл итеү йөкмәтелә. Иттифаҡ ағзалары был башланғыс республиканың башҡа райондарында ла яҡлау табыр тип ышана.
XS
SM
MD
LG