Accessibility links

Кайнар хәбәр

Рәсәй ауыл йәштәре берлегенең төбәктәрҙә бүлексәләре буласаҡ


Бөгөн Өфөлә төбәк бүлексәһен ойоштороу буйынса конференция үтте.

Башҡор дәүләт аграр университетында үткән йыйылышҡа райондарҙан да делегаттар саҡырылғайы. Бөтә рәсәй ижтимағи ойошмаһының төп маҡсаты - ауыл ерҙәрендә йәшәүсе һәләтле йәштәргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү, уларҙың илдең социаль-иҡтисади, сәйәси һәм мәҙәни тормошонда үҙ урындарын табырға ярҙам итеү.

Ә Башҡортостанда бындай тәжрибә бынан 3 йыл элек ҡулланыла башлаған. Республика ауыл йәштәре берлеге рәйесе Булат Мырҙабулатов әйтеүенсә, Рәсәй кимәлендә ауыл йәштәре берлеге ойоштороу яҡшы башланғыс.
XS
SM
MD
LG