Accessibility links

Бәләбәйҙә өс мәктәп ябыла


Был финанас көрсөккә түгел, грипп киҙеүенә бәйле. Әле районда ярты меңдән ашыу сабый иҫәкпкә ҡуйылған.

Тиҙҙән тағы ла мәктәп, балалар баҡсаларының карантинға ябылыуы ихтимал. Төбәктә ауырыуҙар һанының күбәйәүе вакцина яһатмауға бәйле. Уҙған йылда егерме меңгә яҡын кеше махсус препараттар менән файҙаланһа, быйыл “Гриппол” вакцинаһын ҡулланғандар ун ике мең тирәһе. Күп ата-әсәләр үҙ балаларына был дарыуҙы һалдырыуҙан баш тартҡан. Табиптар ҡарары менән Бәләбәйҙәге өс мәктәп теүәл бер аҙна эшләмәй.

Киҫкен хәлдәр булған осраҡта карантинды билдәһеҙ ваҡытҡа тиклем оҙайтыу мөмкинлеге лә бар. Башҡортостан өсөн ҡыштың тағы ла бер әфәте-ҡар. Юлдар һәм федераль әһәмиттәге трассаларҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн тәүлегенә биш йөҙ машина бүленә. Һауа шарттары даими үҙгәреп торһа ла, төп магистралдәрҙә транспорт тығындары һәм ҙур авариялар теркәлмәгән. Ошо турала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Гемань Әсәҙуллин белдерҙе. Район хакимиәттәрендә айырым төркөмдәр төҙөлгән. Был комиссиялар ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү менән шөғөлләнә.
XS
SM
MD
LG