Accessibility links

Кайнар хәбәр

Аҡса эшләүҙә яңы ысулдар


Билдәле комбинатор Остап Бендер аҡса эшләүҙең бер-нисә йөҙ ысулын белгән.

Замана бендерҙары ла Остаптан ҡалышмай. Һуңғы ваҡытта кеҫә телефонымдың номерын алмаштырҙым, яңы номерыма бер аҙ аҡса һал тигән СМС-тар йышайҙы. Текстың аҙағына ғәҙәттә киң таралған исем яҙып ҡуялар. Ни тиһәң дә йөҙ осраҡтың береһендә кемдеңдер Иван йәки Александр тигән танышы барҙыр. Ана шундайҙар отола ла инде.

Бөрөлә иһә тағы ла бер үҙенсәлекле ысул уйлап сығарғандар. Төн уртаһында таныш түгел кешеләр берәй фатир ишеген шаҡып башлыса йәш ҡыҙҙар һәм ҡатындар таксиға түләү өсөн 100 һум аҡса һорайҙар. Йә иһә иренең йортонан ҡыуып сығарыуын күҙ йәше менән аңлаталар. Яҡындағы йорттан булыуын, бурысын иртәгә ҡайтарып бирәсәген вәғәҙәләгән ҡыҙҙарҙы фатир хужалары буш сығармай, һораған суммаһын биреп тора. Иртәгәһенә иһә ҡыҙҙарҙан елдәр иҫә.
XS
SM
MD
LG