Accessibility links

сишәмбе, 6 декабрь 2016, Казан вакыты 19:06

Кем ғәйепле депутатмы, түрәме?


Ҡала шураһы депутаттары Башҡортостан президентына мэр өҫтөнән ялыу яҙған.

Улар ҡала башлығының эш урынында булмауын хәбәр итә, тип яҙа Регнум агентлығы. Агентлыҡ хәбәр итеүенсә, президент исеменә телеграммала ҡала шураһы депутаттары Валерий Федоровты эскелек менән мауығыуҙа ғәйепләй. Ҡала хакимиәтендә иһә был телеграммалағы факттарҙы ошаҡ тип белдергәндәр. Валерий Федоров тәүлектәр буйына эш урынында ҡала, бындай ялыуҙарҙы бик үк сәләмәт булмаған кешеләр яҙа тип белдергән хакимиәттәге бер вәкил. Хакимиәттә эшләгән бер белгес әйтеүенсә, ялыу яҙған депутаттарҙы улар элек мәхкәмәгә лә биргән булған. Мәхкәмә уларҙың мәжбүри рәүештә махсус клиникала дауа үтергә тейешлеге тураһында ҡарар сығарған. Әммә улар дауаланмай, һаман да ялыу ижад итәләр тип белдергән мэриялағы бер белгес.

Республика башҡалаһында коррупция күренештәре артыуы күҙәтелә. Өфө ҡалаһы прокуратураһында әйтеүҙәренсә, һуңғы осорҙа уҡытыусылар, табиптар, балалар баҡсаларында эшләүселәр араһында ришүәтселек күбәйгән. Былтыр, мәҫәлән, ошондай ике йөҙгә яҡын осраҡ булған. Бер осраҡта Өфөләге ойошмаларҙың береһендә эшләгән арбитраж идарасы ҡулға алынған. Ул 500 мең һум күләмендә ришүәт алып тотолған.

Күптән түгел ошондай осраҡ Башҡорт дәүләт педагогия университетында асыҡланды. Унда бер уҡытыусы ришәүәт алыуҙа ғәйепләнә. Психология уҡытыусыһын Өфө ҡалаһы эске эштәр идаралығының иҡтисади енәйәттәр менән көрәш бүлеге хеҙмәткәрҙәре уны 13 мең һум ярым ришәүәт алған саҡта ҡулға алған. Был сумманы студенттар уҡытыусыға психология буйынса имтихан өсөн йыйған.

XS
SM
MD
LG