Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 17:41

Өфө ширҡәттәре көрсөктән сығыу юлдарын эҙләй


Баш ҡаланың сәнәғәт ширҡәттәре иҡтисади көрсөк эҙемтәһендә бөлгөнлөк хәленә ҡалмаҫ өсөн тотороҡло эшләү юлдарын эҙләй.

Ҡайһы бер ойошмалар эштәрен төптән үҙгәртергә ҡарар итһә, икенселәре конкурентллыҡ һәләтен арттырыу, яңы тауар өлгөләрен үҙләштереү хәстәренә сумған.

Донъялағы финанс тотороҡһоҙлоҡ күп предприятиелар өсөн үҙенә күрә һынылыш осоро булып тора. Сөнки байтағы эштәрен яйға һалып бөттөк тигәндә, улар алдында яңы проблема килеп баҫты - үҙләштерелгән технология нигеҙендә сығарылған тауарҙы кемгә һатыу мәсьәләһе. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтарҙың артыуы ла күп предприятиеларҙың хәлен ҡатмарлаштыра.

XS
SM
MD
LG