Accessibility links

Кайнар хәбәр

Бер ҡыҙға биш егет


Йәки үҙеңдең икенсе яртыңды нисек табырға?

Нефтселәр мәҙәниәт һарайында йәштәрҙе серле һәм ылыҡтырғыс мөхәббәт донъяһына саҡырған тамаша үтте. “Йөҙөк һалам” тип аталған сарала нисә пар яралғаны әлегә билдәһеҙ.

Сараны Башҡортостан радиоһының “Юлдаш” мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы, “Аҡ тирмә” милли мәҙәни үҙәге менән “Йәшлек” газетаһы ойошторҙо. Йәштәрҙе ойоштороу, берләштереү һәм таныштырыу-был сараның төп маҡсаты. Был кисәгә килгән буйҙаҡтар үҙҙәренең икенсе яртыларын табырҙар, ҡауышырҙар, бәлки, киләсәктә ғаилә ҡороу тураһында уйланырҙар, тигән фекерҙә ине сараны ойоштороусылар. Йыр-бейеү, уйын-көлкө формаһында үткәрелгән сара һәр тамашасының күңеленә хуш килде.

Тамашасылар залында алма төшөрлөк тә урын юҡ ине. “Юлдаш” мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы ойошторған лотерея уйынында ла барыһы ла әүҙем ҡатнашты. Лотерея аша улар танышыу мөмкинлеген дә алды. Отоусы ҡыҙ һәм егеттәргә, уларҙы ҡауыштырыу ниәте менән уртаҡ бүләктәр тапшырылды. Мәҫәлән катокка, киноға, кафеға билеттар, шулай уҡ театрға саҡырыу ҡағыҙҙары ла бар ине. Парлылар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы.

Концертҡа килеүселәр бындай сараларҙы мөмкин тиклем йышыраҡ үткәрергә тәҡдим итте. Сәхнәгә бер-бер артлы эстрада йондоҙҙары күтәрелде. Улар мөхәббәт тураһындағы йырҙар менән бер рәттән яңы ғына барлыҡҡа килгән парҙарға үҙ теләктәрен дә еткерҙе. Ойоштороусылар “Йөҙөк һалам” шоу-программаны артабан даими үткәрергә ниәтләй.
XS
SM
MD
LG