Accessibility links

Кайнар хәбәр

1 мартта Башҡортостанда һайлауҙар үтәсәк


Был көндө Башҡортостан биләмәһендә 43-сө бер мандатлы Дүртөйлө һайлау округы буйынса Дәүләт йыйылышы-ҡоролтай депутаты, шулай уҡ ҡала округтары һәм ауыл биләмәләре депутаттары һайланасаҡ.

Урындарҙағы участка һайлау комиссиялары ағзаларының белемдәрен камиллаштырыу маҡсатында Өфөлә әле махсус курстар үтә. Беренсе марта республикала 726 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Эште улар башлаған да инде.

Участка комиссиялары ағзалары әле тауыш бирергә хоҡуҡлы граждандарҙың исемлектәрен асыҡлай, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып бара, һайлауҙарға саҡырыу ҡағыҙҙары тарата. Календарҙағы планға ярашлы, был көндәрҙә киң мәғлүмәт сараларында депутатлыҡҡа кандидаттарҙы агитациялау бара.

Һайлау көнөндә гражданлыҡ бурысын үтәй алмаусыларға алдан тауыш биреү мөмкинлеге бирелде. Бының өсөн уларға территориаль, ә 25 февралдән үҙ участка комиссияларына килергә кәрәк. Бындай хоҡуҡ менән вахта ысулы менән эшләүселәр, студенттар һәм башҡа граждандар файҙалана ала.
XS
SM
MD
LG