Accessibility links

пәнҗешәмбе, 8 декабрь 2016, Казан вакыты 03:18

Финанс көрсөккә 574 миллион һум


Республика хөкүмәте донъяуи финанс көрсөк сәбәпле хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеү маҡсатында өҫтәмә саралар программаһы тәҡдим итә.

Программа сиктәрендә бүленәсәк 574 миллион һум өс төп йүнәлешкә тотоноласаҡ. Беренсенән, эштән бушатылыу ҡурҡынысы янаған кешеләрҙе хеҙмәт баҙарында талап ителгән токарь, слесарь, ташсы, төҙөүсе кеүек һөнәрҙәргә уҡытыу. Икенсе, йүнәлеш-йәмәғәт эштәре. Был эштәр юғары квалификация талап итмәй, шулай ҙа яҡшы эш хаҡы түләнәсәк. Өсөнсөнән, эш менән тәьмин итеү хеҙмәттәре үҙ эшен асыусыларға ярҙам күрһәтәсәк.

Бының өсөн үҙәктә бизнес-планыңды яҡлап сығыш яһарға кәрәк. Программаға ярашлы, 1 мең 500 кеше яңы һөнәр үҙләштерәсәк. 252 предприятиела 27 мең кеше өсөн түләүле йәмәғәт эш урындары ойоштороласаҡ.

XS
SM
MD
LG