Accessibility links

Милли компонент буйынса һөйләшеүҙәр дауам итәсәк


Рәсәй кимәлендә милли компонент бөтөрөлмәй, ул һәр милләттең конституцион хоҡуғы.

Был хаҡта милли республика һәм төбәктәрҙә милли компоненттарға ҡағылышлы парлмент тыңлауҙарынан ҡайтҡас республика мәғариф министры Зиннәт Аллаяров белдерҙе.

Әлегә төбәктәр һәм федераль үҙәк араһында ошо тәңгәлдә позицияларҙы яраҡлаштырыу бара. Был бер көнлөк эш түгел, яҡтар 2010-сы йылға тиклем ошо мәсьәләгә тағы ла бер тапҡыр әйләнеп ҡайтасаҡ, тине Зиннәт Аллаяров.
XS
SM
MD
LG