Accessibility links

Кайнар хәбәр

Йорт һалыусыларға ағас күберәк биреләсәк


Был турала ҡанун парламентта тикшереү үтә. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары шәхси төҙөлөшкә тотоноусыларға ярҙамға бара.

Башҡортостанда урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһындағы ҡанунға үҙгәрештәр индереү беренсе уҡыуҙа хупланды.

Әле республикала кешеләргә ағас 15 кубик метр бирелә. Үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер 15 йыл һайын 50 кубик метр алырға мөмкин буласаҡ.

Бынан тыш ремонт өсөн 5 йылға бер тапҡыр 15 кубометр бүлергә тейештәр. Шулай уҡ кешеләр бер урындан икенсеһенә күскәндә торлаҡ төҙөү өсөн ағас ала аласаҡ.
XS
SM
MD
LG