Accessibility links

сишәмбе, 6 декабрь 2016, Казан вакыты 22:57

Башҡортостанда мәктәптәр ябыла башланы


Иҡтисади көрсөк шарттарында сығымдарҙы кәметеүҙе һәр кем үҙенсә аңлай.

Миәкә районында Сурай тигән башҡорт ауылында башланғыс мәктәпте ябып ҡуйғандар. Әлбиттә, бында уҡыусылар күп түгел, башланғыс кластарҙан һуң күрше ауылға йөрөйҙәр. Әммә тағы бер әтнәкәһе шунда - Сурайҙа юлдар насар, күперҙе яҙғылығын һыу баҫһа йәй уртаһына тиклем уның аша йөрөй алмайҙар. Мәктәп автобусы ла юҡ.

Миәкә районы Сурай ауылы Ибраһимова Фаягөл хәҙер Өфөлә студент. Был ҡыҙ ҙа бала сағында күрше ауылға йөрөп уҡыған. Уның ауылдаштарына ярҙам итергә теләге ҙур ҙа бит, тик мөмкинлеге генә юҡ. Күперҙе рәтләһәләр ҙә яҡшы булып ҡалыр ине, ти ул.

Сурай башланғыс мәктәбенән тыш Миәкә районында тағы бер мәктәпкә хәеф янай. Билдәле мәғрифәтсе Аҡмулланы бүләк иткән Туҡһанбайҙа ике йыл элек ҙурҙан мәктәп һалғайнылар. Уҡыусылар һаны аҙ тип уны ла ябырға йыйыналар.

Шул уҡ ваҡытта район хакимиәтенән Туҡһанбайҙа мәктәп ябылмаясаҡ, ә Сурай мәктәбе ҡайтанан эшләй башланы тип белдерәләр. Быны ата-әсәләрҙең талабы буйынса башҡарғандар. Әммә бәләкәс уҡыусыларҙың тыуған мәктәптәренә ҡайтаһылары килмәй. Уларға күмәгерәк балалар араһында күрше Мәнәүезтамаҡта уҡыуы күңеллерәк икән.

Әлбиттә һаҡсыллыҡ кәрәк. Премьер-министр Раил Сарбаев әйтеүенсә, бөтә донъя иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ кисергән ваҡытта барлыҡ средстволарҙы һаҡсыл тотонорға кәрәк.

“Әгәр ҙә көрсөк ошо рәүешле дауам итһә, 2010-сы йылда төбәктең ауыр хәлдә ҡалыуы ихтимал. Ошоно иҫәпкә алып урындарҙағы барлыҡ сығымдарҙы айырым күҙәтеү аҫтына алырға кәрәк. Ҡала, район етәкселәре социаль–мәҙәни тәғәйенләнештәге объекттар төҙөлөшөн башлар алдынан уларҙың ҡулланыуы бушҡа булмаһын өсөн ентекле анализ нигеҙендә эш итергә бурыслы”, ти премьер-министр.

XS
SM
MD
LG