Accessibility links

“Сыңғыҙ хандың сере” фильмының исем туйы үтте


Сарала Саха Яҡут республикаһы киноматографистары, Сыңғыҙ хан ролен башҡарыусы Тыва артисы Эдуард Ондар, Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев ҡатнашты “Сыңғыҙ хандың сере” кино фильмы өҫтөндә эш өс йыл дауамында бара.

Киң күләмле кинокартина Иркутск өлкәһе Тыва, Саха Яҡут, Ҡалмыҡ, Хакас һәм Алтай республикалары биләмәләренеңдә төшөрөлә. Фильмда төп ролде Тыва актеры Эдуард Ондар башҡара. Сыңғыҙ хан образын тыуҙырыу еңел бирелмәне, фильм һәм тарихи шәхес роле минең ҡанымдағы боронғо аңымды, төркилегемде, һуғышсан рухымды уятты, үҙемдә быуындан быуынға күсә килгән ата-бабайҙарымдың көсөн тойҙом, ти ул.

Эдуард фильмда бар трюктарҙы үҙе башҡарған. “Сыңғыҙ хан сере” кинопроектында Башҡортостандың да өлөшө бар. Кинола башҡорт академия драма театры актеры Хөрмәтулла Үтәшев төп рольдәрҙең береһен башҡара. Яҡташыбыҙ Тайан хан образын тыуҙырған. Актер өсөн был тәүге ҙур тәжрибә.

Башҡортостандың да үҙ милли герйы бар. Ул Салауат Юлаев. Әммә уның тураһында заманса фильм төшөрөлгәне юҡ. Киләсәктә Башҡортостан да ошондай уҡ фильмдар төшөрөргә ниәтләй. Бының өсөн әле уңайлы шарттар тыуҙырыла тине осрашыуҙа хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Илдус Илешев.

“Сыңғыҙ хандың сере” фильмының бюджеты 10 миллион долларға еткән. Рәсәйҙә бер генә милли киностудияла фильм төшөрөүгә бындай аҡса һалғаны юҡ әле.
XS
SM
MD
LG