Accessibility links

Кайнар хәбәр

Төнгө ҡарауылсылар араһында уғрылыҡ арта


Өфөлә стоматология поликлиникаһында ҡарауылсы булып эшләгән кеше бер төн эсендә байырға уйлай.

Дежурҙа торғанда ул аптека киоскыһына тәҙрә аша инеп касса аппаратындағы 5 мең һум аҡсаны урлай. Әммә дауаханаға урынлаштырылған сигнализация ваҡытында эшләй, бур ҡулға алына. Уны ике йылға шартлы рәүештә хөкөм итәләр.

Ошондай уҡ осраҡ кеҫә телефондары менән сауҙа иткән салонда ла була. Унда ла төнгө ҡарауылсы 2 мең 400 һумлыҡ плеер урлай. Тәүге осраҡта тотолмағас, бер-нисә көндән сейфты асып 40 мең һум аҡса ала, һуңынан 12 мең ярым һумлыҡ фотоппарат сәлдерә. Тәфтиш барыуын ул бар ғәйептәрен дә таный.
XS
SM
MD
LG