Accessibility links

шимбә, 3 декабрь 2016, Казан вакыты 09:55

Башҡортостанда министрлыҡтарҙы оптиммалләштерәләр


Республика дәүләт власының башҡарма органдары структуралары эшмәкәрлеген камиллаштырыу маҡсатында бернисә министрлыҡ һәм ведомство үҙгәрештәр кисерҙе.

Башҡортостан президенты указына ярашлы Физик культура, спорт һәм туризм министрлығы менән Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты берләшеп, яңы - Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы барлыҡҡа килде.

Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығы бөтөрөлдө. Уның вәкәләттәре үҙгәрештәр кисергән Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрылығы менән бергә Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығына бирелде.

Бынан тыш Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты ойошторола. Был ведомство Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығының айырым вәкәләттәрен үтәйәсәк. Тарифтар буйынса дәүләт комитеты тарифтар буйынса комиссия тип үҙгәртелә.

Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы ер ҡоролошо буйынса идаралыҡ бөтөрөлдө. Уның вәкәләттәре Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына тапшырылды.

фикерләрне күрсәт

XS
SM
MD
LG