Accessibility links

Кайнар хәбәр

Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаттары тәбрикләнде


Быйыл премия Башҡорт дәүләт университеты деканы академик Марат Зәйнуллин, Китап нәшриәте директоры Зөфәр Тимербулатов һәм нәшриәттең баш мөхәррире Ғәлиә Ғәлимова. Зәйнәб Биишева исемендәге премия 1998-се йылда Күгәрсен районы хәкимиәте тарафынан иғлан ителгән.

Лауреаттарҙың барыһы ла бөйөк әҙибәнең исемен мәңгеләштереүгә ҙур көс һалған шәхестәр. Быйыл премия әҙибә ижадының гуманистик асылын дауам итеүе һәм фәнни кадрҙар әҙерләүҙә фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Башҡорт дәүләт университеты деканы академик Марат Зәйнуллинға тапшырылды.

Сираттағы лауреаттар - Зәйнәб Биишева исемен йөрөтөүсе “Китап” нәшриәте хеҙмәткәрҙәре Зөфәр Тимербулатов һәм Ғәлиә Ғәлимова. Уҙған йылда нәшриәт “Зәйнәб Биишева тураһындағы хәтирәләрҙе” яҙыусының биш томлығын, шулай уҡ уның ижадын һәм тормошон өйрәнеүҙә ҙур әһәмиәт ҡаҙанған фотоальбом баҫтырып сығарҙы.

Премия тапшырыу тантанаһы, йола буйынса, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуған ере Туйөмбәт ауылында үткәрелә. Был көн урындағы халыҡ күңелендә лауреаттарҙы тәбрикләү менән генә түгел, ә туған тел һәм рух байрамы булараҡ иҫтә ҡала.
XS
SM
MD
LG