Accessibility links

шимбә, 3 декабрь 2016, Казан вакыты 05:39

Башҡортостанда 4 аяҡлыларҙы яҡлау башланды


Алдағы йәкшәмбе Өфө йорт хужаһыҙ хайуандарҙы яҡлау буйынса Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла.

Быйыл республика райондарында бәйһеҙ һәм берәҙек эттәрҙе аулау көсәйә төшкәйне. Ауылдарҙа ағыу ташлап та үлтерҙеләр бәйһеҙ эттәрҙе. Акцияны ойоштороусылар берәҙек йәнлектәрҙе ғоманлы ысул менән кәметергә кәрәк тигән фекерҙә.

Ошондай эт – бесәйҙәрҙе тыуҙырыу һәләтенән мәхрүм итеү, тотолғандарын приютҡа оҙатыу дөрөҫ ти улар. Әле Өфөлә бындай бер приют та юҡ. Бары бер төркөм кешеләр йәмәғәт башланғыстары менән юғалған эт-бесәйҙәрҙе табып хужаларына ҡайтарыу менән шөғөлләнә. Өфөнән тыш берәҙек эттәрҙе яҡлау акцияһы Нефтекама ҡалаһында ла үтәсәк.

XS
SM
MD
LG