Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостан президенты парламентҡа мөрәжәғәт менән сыҡты


Республика парламенты тағы бер йылға йүнәлешле булды - президент Мортаза Рәхимов йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһен еткерҙе.

Алда торған төп бурыстарҙы үтәү юлдары донъялағы иҡтисади көрсөктө күҙ уңында тотоп әҙерләнде тине президент. Йәғни донъя һәм ил кимәленән алып, республика, район-ҡалалар һәм ауылдарға тиклем бар етәкселәр ҙә көрсөктән сығыу буйынса аныҡ саралар күрергә тейеш.

Башҡортостан президенты Дәүләт йыйылышы-ҡоролтайға 15-се тапҡыр мөрәжәғәтнамә еткерә. Башҡа йылдарҙан айырмалы, быйылғы старатегик документ донъялағы иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ шарттарын иҫәпкә алып әҙерләнде.

Республика етәксеһе билдәләүенсә, һәр кимәлдәге властың төп маҡсаты- яббай халыҡ мәнфәғәттәрен хәстәрләү. 2009 йылға мөрәжәғәтнамә өсөн дә ул ситен түгел. Айырыуса иғтисадтағы ҡатмарлы мәлдә. Бының өсөн етештереүҙе кәметмәҫкә, булған ширҡәттәрҙе япмай, яңы ҡеүәттәр асырға, инвестиция программаларын йылдамыраҡ ғәмәлгә ашырырға, федераль программаларҙа ҡатнашырға һәм иң мөһиме - социаль йөкләмәләрҙе үтәргә кәрәк тиелә юлламала.

Иҡтисади көрсөк иң башта сәнәғәт ширҡәттәре бәкәленә һуҡты - уларҙа ҡыҫҡартыуҙар китте. Мартҡа ҡарата 45 мең кеше эшһеҙ ҡалған. Ауыл ерендә әлегә тормош бер ни тиклем тынысыраҡ- крәҫтиән ит-майын, йәшелсәһен үҙе үҫтергәс отошлораҡ хәлдә.

Президент аҙ килемле кешеләрҙе, күп балалы ғаиләләрҙе социаль ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ тигән фекерен дә ишеттерҙе.
XS
SM
MD
LG