Accessibility links

якшәмбе, 11 декабрь 2016, Казан вакыты 01:14

Бикбай Сибайҙа халыҡ менән осрашты


Башҡортостандың халыҡ шағиры, Рауил Бикбаев үҙенең 70 йәшлек юбилейы уңайынан Сибай ҡалаһы халҡы менән осрашты.

Рауил Төхвәт улы үҙәкләштерелгән китапханала, Сибай институтында, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында халыҡ менән аралашты.

Төп юбилей кисәһе Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында үтте. Рауил Бикбаевтың 70 йәшлек юбилейы уңайынан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге драма театрында ҙур кисә ойошторолдо. Халыҡ шағиры, Дәүләт йыйылышы-ҡоролтай депутатын Сибай ҡалаһы һәм Урал аръяғы райондары етәкселәре, мәҙәниәт, сәнғәт, йәмәғәт эшмәкәрәре, ябай халыҡ тәбрикәлләне. Әлбиттә, тамашасы иғтибарына шағирҙың ижад өлгөләре тәҡдим ителде.

Сибайҙағы осрашыуҙар барышында Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡыусылары ла шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре Рауил Бикбаевҡа үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә алды.

XS
SM
MD
LG