Accessibility links

Кайнар хәбәр

2009 йылға яңы бурыстар


Ҡайһы бер сәхифәләр Башҡортостан етәксеһенең отставкаға китеүе тураһында указ әҙерләнеүен хәбәр итһә лә, Мортаза Рәхимов үҙ алдына 2009 йылға яңы бурыстар ҡуйҙы.

Һәрхәлдә аналитиктар республика президентының Дәүләт йыйылышы-ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнәмәһен шулай тип баһаланы. Уның буйынса фекер алыуҙар башланды.

Республика сәйәсмәндәре, әлбиттә, документы ыңғай ҡабул итте. Ҡайһы бер аналитиктар иһә мөрәжәғәтнәмәлә үҙенсәлектәр юҡ, тип белдерә. Улар тәү сиратта республика президентының федераль үҙәкте тырнаҡтар эсендә тәнҡитләүенә, уның менән мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы һүҙҙәренә иғтибар иткән. Әммә республика президенты хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала көслө төбәктәр-көслө Рәсәй тигән лозунг инде күптән ҡулланыла.

Ҡайһыбер сәйәсмәндәрҙең уға хәҙер килеп иғтибар итеүе бөтөнләй аңлашылмай, тип белдерҙеләр. Мортаза Рәхимов был һүҙбәйләнеште был юлы икенсерәк төрлө Рәсәй дәүләтселегенең ныҡлығы туранан-тура төбәктәрҙең ныҡлығына бәйле, тип әйтте. Республика оппозицияһы ла документҡа ҡарата үҙ фекерен белдермәгән әле.

Мөрәжәғәтнәмә 40 минут эсендә иғлан ителде. Былтырғыһынан 5 минутҡа ҡыҫҡараҡ. Белгестәр әйтеүенсә, донья баҙарындағы финанс көрсөк йоғонтоһонан сығыу өсөн мөмкинлектәр ҙур һәм был һынауҙы республика уңышлы үтергә тейеш.
XS
SM
MD
LG