Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 01:05

Халыҡ артисы Рамаҙан Йәнбәков 75 йәшен билдәләне


Мәшһүр йырсының ҙур юбилейына арналған кисәләр Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһында һәм һуңынан Конгресс-холл сәхнәһендә үтте.

Юбилей кисәһенең ике сәхнәлә үтеү сере бик ябай. Филармонияла билдәләнгән ваҡытҡа кеше килмәгәс, эргә-тирәләге уҡыу йорттарынан студенттар керетеп ултырталар. Был хәбәр республика етәселегенә барып етә. Һуңынан мәшһүр йырсының кисәһен Конгресс холда үткәрергә ҡарар ителә. Рамаҙан Йәнбәков кеүек йырсылар донъяға дәүергә бер генә килә.

Уның илаһи тауышы халыҡ хазинаһы. Моңо, башҡарыу оҫталығы төрлө быуын тамашасыһының күңелен яулаған, тип яҙа Башҡортостандың халыҡ артисы Рамаҙан ағай Йәнбәков тураһында республика матбуғаты. Уның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Сабый сағынан уҡ етемлек михнәттәрен күрә.

Рамаҙан Йәнбәков 1-се Этҡол балалар йортонда тәрбиәләнгән осорҙа мәшһүр оҙон көй оҫтаһы Хөсәйен Әхмәтов йәш һәләттәрҙе һайлап алыу өсөн Баймаҡҡа килә. 13 йәшлек Рамаҙан Буранбай йырын һуҙа. Арҙаҡлы компизитор, был егет халыҡ гәүһәре, тыуған төйәгенең рухы тип билдәләй. Ошо мәлдән алып йыр сәнғәте Рамаҙан Йәнбәковтың ғүмерлек юлдашына әйләнә. Репертуарындағы Сәлимәкәй, Йәнбикә, Ильяс, Түрәкәй, Юлғотло, Төйәләҫ кеүек оло хазинаға тиң йырҙар Милли сәнғәтебеҙ эталонына әйләнде.

Йырсы тарафынан башҡарылған халыҡ моңо ҙур сәхнә әҫәрҙәре булараҡ яңғыраны. Рамаҙан Йәнбәков күп милләтле республика халҡы, сәнғәте алдындағы фиҙәҡәр хеҙмәте, ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемдәр менән баһаланды.

Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеәхмәт Ғәйнетдинов. Тамашысылары иһә Рамаҙан йәнбәковты халыҡсанлығы өсөн ярата. Мәшһүр йырсыны 75 йәше менән тәбрикләргә килеүселәрҙең күпселеге лә Уның моңонда, халҡыбыҙ рухы сағыла, тигән фекер белдерҙе.

Рамаҙан Йәнбәков республиканың йыр сәнғәтен үҫтереү менән бер рәттән йәштәрҙе тәрбиәләүгә ҙур көс һала. Уның ҡанаты аҫтында халыҡ йырҙарын башҡарыусы бер төркөм сәнғәт оҫталары үҫеп сыҡты.

Мәшһүр йырсының 75 йыллығына арналаған кисәне лә уларҙың сығыштары биҙәне. Илаһи моң йөрәктәрҙе әсир итә, сал бөркөттәй күктәргә талпынып оса, илата, шатлыҡтырға күмә, хыялдарға әйҙәй. Рамаҙан Йәнбәковтың йырҙары ла шундай. Уның изге моңо мәңгелек, ул халыҡ күңелендә.

XS
SM
MD
LG