Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башлыҡтарҙы баһалау алымдары үҙгәрә


Бынан ары Башҡортостан ҡала-район хакимиәттәре эшмәкәрлеге иҡтисади һөҙөмтәләр менән генә түгел, социаль күрһәткестәр буйынса ла баһаланасаҡ.

Был хаҡта хөкүмәт рәйесе Раил Сарбаев хөкүмәттең ҡатмарлы тормош шарттарында ҡалған ғаиләләргә ярҙам мәсьәләһенә арналған ултырышта белдерҙе.

Айырым муниципалитеттарҙың иҡтисади йәһәттән тотороҡһоҙ үҫеше халыҡтың социаль статусына кире йоғонто яһай, эшһеҙлек кимәленең артыуына, ауыр ғаиләләрҙең күбәйеүенә килтерә тип билдәләне. Әле республикала ҡатмарлы социаль хәлдә ҡалыусы 5 меңдән ашыу ғаилә иҫәпләнә. Уларҙа 10 мең 328 бала тәрбиәләнә.

Хөкүмәт премьер-мниистры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов әйтеүенсә, 2008 йылда 2007 йыл менән сағыштырғанда никахтар һаны 8 процентҡа кәмегән, ә айырылышыуҙар 6 процентҡа үҫкән. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар ҙа арта. Әле уларҙың һаны 19 мең 368-гә еткән. Шуларҙың 90 проценты социаль етемдәр.

Хөкүмәт премьер-министры кәңәшмәгә йомғаҡ яһап, етәкселәрҙе ысын барлыҡтан сығып эш итергә саҡырҙы. «Башҡарылған эштәр хаҡында күп һөйләйбеҙ, әммә приюттағы балалар һаны кәмемәй», тине Раил Сарбаев. Һәм бынан ары муниципаль берәмектәр хакимиәттәренең эшмәкәрлеге социаль күрһәткестәр менән баһаланасағын белдерҙе.
XS
SM
MD
LG