Accessibility links

сишәмбе, 6 декабрь 2016, Казан вакыты 04:00

Бөгөн республика хөкүмәтендә ташҡынға ҡаршы комиссия ултырышы үтте.

Апрель башында яуым-төшөмдөң ҡапыл артыуы арҡаһында айырым төбәктәрҙә ташҡын хәүефе тыуғайны. Мәҫәлән, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы райондарында йорттарға һыу инеүе теркәлде, был төбәктәрҙә хәҙер һыу ҡайтҡан.

Белгестәр әйтеүенсә, республикала ташҡынға бәйле хәл тулыһынса күҙәтеүгә алынған. Бөгөн төндә Ҡыйғы районы Йосоп ауылында Болонло урамындағы 11 йорт ихатаһына һәм баҙына һыу ингән. Район хакимитенән хәбәр итеүҙәренс, әле был йорттарҙа ололар ғына ҡалған, балалар ваҡытлыса туғандарына урынлаштырылған. Ташҡындан зыян күреүселәр ауыл мәҙәниәт йортонда ваҡытлыса йәшәп тороуҙан баш тартҡан.

Ишембай районы Байғужа ауылында 11 кеше мәктәп бинаһына күсерелгән. 5 тиҫтәгә яҡын йортҡа һыу ингән, тине ауыл шураһы рәйесе Дәүләтов. Миңзилә Йәнтүринаның йорто Тәйрүк йылғаһы ярында урынлашҡан. Шуға ла яҙғы ташҡынға ул йылда ентекләп әҙерләнергә күнеккән. Әммә быйыл өлгөрмәй ҡалған. Һыу көтмәгәндә күтәрелде, ти хужабикә. Урындағы халыҡ та йылғаларҙың ярынан сығырын быйыл бөтөнләй көтмәгән. Әммә 30-сы март киске ундар тирәһендә күп йорттарҙың баҙынан һыу һарҡа башлай. Гөлнара Ишбулатованың баҙына ла һыу төшә.

Белгестәр әйтеүенсә, барыһы ла көндәрҙең йылытыуына бәйле. Тауҙа һәм урмандарҙа ҡар ҡапыл ирене, туңған ер иһә һыуҙы тупраҡҡа һеңдереүгә ҡамасауланы. Һөҙөмтәлә шаулап аҡҡан яҙғы гөрләүектәр йылғаларҙы тулыландырҙы. Бер төн эсендә сабыйҙар менән берлектә тиҫтәнән ашыу кеше эвакуациялана. Кескәйҙәр урындағы балалар баҡсаһында урынлаштырыла, ололарға мәктәптә төн сығырға тура килә.

Ауыл биләмәһе хакимиәте ғәҙәттән тыш хәлгә алдан әҙерлек саралары күргән, яҙғы ташҡындан зыян күргән халыҡты туҡландырыу ойошторолған, көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән тәьмин ителде ти ауыл хакимиәте башлығы.

Тәйрүк йылғаһы әле ярҙарына кире ҡайтҡан. Ҡапыл күтәрелгән ҡар һыуҙары хаҡында хәҙер бары тик, көслө ағым йыуып алып киткән утын ярҡалары һәм емерелгән баҡсалар хәтерләтә. Байғужа ауылы халҡы иһә ташҡындан һуң ихаталарын тәртипкә килтерә һәм дым тартҡан йорттарын киптереү өсөн түҙемһеҙләнеп көндәрҙең йылытыуын көтә.

XS
SM
MD
LG