Accessibility links

җомга, 2 декабрь 2016, Казан вакыты 21:02

Рәсми делегация эш сәфәре менән Германияла


Эш сәфәренең төп маҡсаты - ауыл хужалығы техникаһы эшләү өлкәһендә ике яҡлы хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшереү.

Марктобердорф ҡалаһында республика президенты халыҡ-ара «АГРО», компанияһы етәкселеге менән осрашып хеҙмәттәшлек йүнәлештәре һәм Башҡортостанда агросәнәғәт комплексы өсөн техника һәм ҡорамалдар йыйыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы «АГРО» корпорацияһы составындағы «Фенд» маркалы тракторҙар эшләүсе заводта булды. Республика президенты был техниканы юғары баһаланы. Ауыл хужалығын артабан да үҫтереү өсөн иң ауыр эштәрҙе башҡара алырлыҡ заманса тракторҙар һәм комбайндар кәрәк тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы.

Республика президенты фекеренсә, агросәнәғәт комплексын дәүләт яҡлауының иң һөҙөмтәле ысулы-машина-технологик станцияларҙы үҫтереү. Сит ил техникаһы эштәрҙе тиҙ Арала һәм күпкә һөҙөмтәлерәк башҡарыу мөмкинлеге бирә, уңыш йыйғанда юғалтыуҙар ҙа аҙыраҡ.

Республика бюджеты иҫәбенә алынған машина-технология станцияһы машиналары ҙур күләмдә эштәр башҡара. Былтыр 1 миллиард 300 миллион һумға 1 мең 220 техника алынған.

XS
SM
MD
LG