Accessibility links

шимбә, 3 декабрь 2016, Казан вакыты 05:30

Ҡулдан ҡулға 54 мең һум


Еңел юл менән үҙҙәренең матди хәлен яҡшыртырға теләүселәр ниндәй генә мутлыҡтарға бармай.

Башҡалала ошо көндәрҙә шундай енәйәтселәрҙең береһе ҡулға алынды. Өфөлә йәшәүсе 32 йәшлек ир “Ҡулдан-ҡулға” газетаһына балағыҙҙы балалар баҡсаһына урынлаштырырға ярҙам итәм тигән иғлан бирә.

Иғлан буйынса, башлыса, ҡатын-ҡыҙҙар мөрәжәғәт итә. Балалар баҡсаһы менән ярҙам итергә вәғәҙә иткән ир, буласаҡ ҡорбандары менән осраша, күрһәтеләсәк хеҙмәттәр өсөн аҡсаһын алғас та юҡҡа сыға.

Аҡсанан һәм балалар баҡсаһындағы урындан ҡолаҡ ҡаҡҡан биш ҡатынға прокуратураға ғариза яҙырға ғына тороп ҡала. Енәйәтсе уларҙан 54 мең һум аҡса алған, әле ул хөкөм ҡарарын көтә.

XS
SM
MD
LG