Accessibility links

Кайнар хәбәр

Көрсөк ваҡытында профессор урам һеперерме


Кризисҡа ҡаршы программала бер өлөш эшһеҙ ҡалғандарҙы йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү.

Әммә барыһы ла урам һеперергә ашыҡмай. Мәҫәлән, Өфөнөң Киров районы мәҙәни һәм мәғариф үҙәге булып тора, интеллегенция тап ошо районда йәшәй.

Хакимиәттән хәбәр итеүҙәренсә, рәсми теркәлгән эшһеҙҙәрҙең 75 проценты юғары белемлеләр. Һепертке тоторға йәки рәшәткә буярға барырға теләүселәр улар араһында әлбиттә бармаҡ менән һанарлыҡ.

Ә Калинин районы иһә Черниковка биҫтәһенең эшсе районы унда заводтар урынлашҡан. Ваҡытлыса эшкә барырға теләүселәр ҙә күберәк. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе ошондай 1 мең 300 кешегә сезонлы эш табып биргән.

Халыҡты ваҡытлыса эш менән тәьмин итеүҙә тимер юлдар ҙа үҙ өлөшөн индерә. Йәйгелеген пассажирҙар һаны артҡанда Куйбышев тимер юлдарының Өфө пассажирҙар депоһы 250 кешегә эш урыны тәҡдим итә.

Улар вагон оҙатыусылар булып эшләйәсәк. Башлыса халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә исемлектә тороусылар ҡабул ителәсәк.
XS
SM
MD
LG