Accessibility links

Кайнар хәбәр

Ҡоролтай халыҡ йыйыны уҙғара


Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитетында тағы ла үҙгәрештәр.

Ойошманың элекке етәксеһе Румил Аҙнабаев кире үҙ вазифаһына ҡайтарылды. Батырхан мырҙабулатов эшенән алынды.

Ҡоролтай алдағы шәмбе Ҡала мэрияһы ҡаршыһындағы майҙанда митинг уҙғара. Унда башҡорттар ғына түгел, башҡа милләттәр ҙә ҡатнаша. Акцияны Ҡоролтай уҙғара. Унда йәмәғәтселеккә мөрәжәғәт тә иғлан ителәсәк. Һәр халыҡ тыуған теле, мәҙәниәте һәм тарихынан башҡа йәшәй алмай.

Милли мәҙәниәтте юҡ итеү милләтте үлтереүгә килтерә. әгәр ҙә тыуған телең, үҙ халҡыңдың тарихы һәм мәҙәниәтенә битараф булмаһаң, төбәктеҙ иҡтисади хоҡуҡтарын кәмһетеүгә риза булмаһаң, әгәр һин федерализм яҡлы икән - митингҡа кил тип саҡыра уны ойоштороусылар.
XS
SM
MD
LG