Accessibility links

пәнҗешәмбе, 8 декабрь 2016, Казан вакыты 21:12

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙған шәмбе ойошторған урам йыйынында ҡатнашыусылар республика, Рәсәй етәкселегенә мөрәжәғәтнамәләр юлланы.

Бынан тыш ошо уҡ йөкмәткеләге хаттар милли республикаларға ла күндерелде. Хаттағы төп асыл - мәғарифта милли компоненты һаҡлап ҡалыу.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Румил Аҙнабаев: “Беҙ башҡорт милләте өсөн генә түгел, бар милләттәр өсөн, ваҡ халыҡтар мәнфәғәттәренән сығып эш алып барабыҙ. Ошо хәҡиҡәтте аңлаған милләттәр вәкилдәре сыҡты ошо йыйынға”, тине ул.

Уның һүҙҙәренә ҡараганда, милли компонент тигәндә, ул тыуған телде генә өйрәнеүгә ҡайтып ҡалырға тейеш түгел. “Йәш быуын ата-балбалары ҡушҡан географик атамаларҙы ла, үҙ халҡының тарихын да белеп үҫергә тейеш. Йәғни милли компонент башҡорт теле, татар теле, сыуаш теле йәки башҡаларҙы уҡытыу ғына түгел, милли төбәктәрҙә географияны ла, тарихты ла өйрәтеүҙ сағылыш табырға тейеш”, тине ул.

фикерләрне күрсәт

XS
SM
MD
LG