Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 19:50

Белоретта шартлатҡыс хужаһын эҙләйҙәр


Белорет районында Туҡан ҡасабаһындағы ташландыҡ йорттарҙың береһендә 100 килограммдан ашыу шартлатҡыс табылыу сәбәпле хоҡуҡ һаҡлау органдары енәйәт эше асты.

Был турала Эске эштәр министрлығынан хәбәр иттеләр. Шахтала эшләү өсөн ҡулланылған аммонит өс ҡапсыҡҡа тултырылған була. Әле тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре шартлатҡыс хужаһын эҙләү менән шөғөлләнә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары әйтеүенсә, Һуңғы осорҙа республикала ошондай ҙур күләмдә шартлатҡысты законһыҙ һаҡлау осрағы теркәлгәне юҡ ине.

XS
SM
MD
LG