Accessibility links

Кайнар хәбәр

“Салауат Юлаев”ның баш тренеры кем буласағы аныҡланмай


Ҡайһы бер сығанаҡтар яҙыуынса, “Салауат Юлаев”тың менеджеры Олег Гросс Вячеслав Быков һәм Игорь Захаркин менән килешеү төҙөгән.

Бының өсөн ул Еврохоккейтур ваҡытында Чехияға барған. Быков, Захаркиндың “Салауат Юлаев” менән килешеүе рәсми рәүештә май урталарында иғлан ителәсәк.

Шул уҡ ваҡытта “Салауат Юлаев” клубының рәсми сайты был яңылыҡтың уйҙырма булыуын яҙып сыҡты. Беҙ Быков менән һөйләшеүҙәр алып барманыҡ, килешеү төҙөмәнек тиелә унда.
XS
SM
MD
LG