Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 21:33

1 май байрамына Өфө урамдары бушап ҡалды


Халыҡтың бер өлөшө тәбиғәткә сыҡты, бер өлөшө яңы асылған ауыл хужалығы йәрминкәһенә барҙы, тағы берәүҙәре 4 көнлөк форсаттан файҙаланып дачаларына йәки ауылдарға ките.

Президент Мортаза Рәхимов менән премьер-министр Раил Cарбаев иһә Шаҡша биҫтәһендә ауыл хужалыҡтары етештергән тауарҙарҙы һатыу өсөн йәрминкә майҙанын асыуҙа ҡатнашты. Был йәрминкә йыл әйләнәһенә эшләргә тейеш. ҡуртым хаҡы ла ҙур булмай тип ышандыра йәрминкә майҙаны өсөн яуаплы Колхоз баҙары етәкселеге. Унда райондарҙан теләгән һәр кем килеп үҙе үҫтергән йәшелсә-емешен дә, малын, һөтөн, балын да һата аласаҡ.

Милиция, сәйәси көстәр өсөн генә ҡыҙыу көн булды ул. Тәүгеләре көсәйтелгән тәртиптә ҡала урамдарында һуҡбайҙарҙы эҙләне, митингыға йыйылғандарҙы һәм 9-сы хөрмәтенә йүгереү ярыштарына сығарылған студенттарҙы һаҡланы.

1 майҙа Өфөлә үтәсәк урам йыйындарының береһе Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендәге майҙанда булырға тейеш ине. Әммә унда тап студенттар араһында марафон ойошторолдо. Студенттар Еңеү көнөнә арналған ярыштарҙа ҡатнашты.

Май байрамдарына туристик компаниялары путевкаларҙы ҙур ташлама менән һата. Ошоно файҙаланып күптәр бөгөн дә ялын баҡсала түгел, диңгеҙ буйында уҙғарырға Төркиә һәм Мысырға юлланды. Улар араһында пенсионерҙар ҙа бар. Өфөнән 62 йәшлек Фатиха Ҡадырова 5 йыл хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, шәфҡәт туташы булып эшләй. Сусҡа грибы ла, башҡа төрлө ҡуртытыуҙар, шул иҫәптән финанс кризисты ла уйлап тормай диңгеҙ буйына сәйәхәткә ҡуҙғалды бөгөн Фатиха ханым.


1 май - Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән республика халҡын президент Мортаза Рәхимов тәбрикләне. “1 май - ул ғаилә байрамы, һәр ваҡыт яҡшы кәйеф һәм яңы өмөттәр менән билдәләнә һәм республика халҡының ныҡышмал хеҙмәте һөҙөмтәһендә Башҡортостан Рәсәйҙең иң тотороҡло төбәктәренең береһе булып тороуы билдәләнә”, тиелә тәбрик һүҙендә

фикерләрне күрсәт

XS
SM
MD
LG