Accessibility links

шимбә, 3 декабрь 2016, Казан вакыты 01:24

Хәйбулла районында урман янғыны теркәлде


Урмансылар уны үҙ көстәре менән һүндергән. Ғәйеплеләр ҙә табылды.

Улар Ырымбур өлкәһе ауыл хужалығы эшсәндәре. Был вәзғиәттең әлегә дауамы юҡ. Шулай ҙа республика урман хужалығы министрлығы Ырымбур өлкәһе чиновниктарын яуапһыҙлыҡта ғәйепләне.

Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йыл республикала 306 урман янғыны теркәлгән. Был 2007-се йыл күрһәткесенән 6 ярым тапҡырға күберәк.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса Башҡортостан хөкүмәте комиссияһының яңыраҡ үткән ултырышында билдәләнеүенсә, урмандарҙы янғындан һаҡлау эше урындағы власть органдары бурысы һәм бөгөндән үк был йүнәлештә тейешле саралар күрә башларға кәрәк.

Республиканың урман хужалығы идаралыҡтарында был көндәрҙә айырым режимға күсерелгән бригадалар эшләй. Тәбиғәт һаҡсылары ҡайын һыуын тәмләп ҡарарға теләгән браконьерҙарға ҡаршы көрәшә.

Законға ярашлы, ҡайын һыуын йәше биштән уҙған ағастан ғына алырға мөмкин. Ҡайһы берәүҙәр билдәләнгән тәртиптән баш тартып ағастарҙы тулыһынса ҡырҡа, йәки айырым һаҡланған урындарҙағы ҡайындарҙы йәрәхәтләй.

XS
SM
MD
LG