Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башкортостанда тракторларга - GPS


Мәләүез районында техникаларҙа «Авто Трак» GPS системаһын ҡулланыла башланы.

Система урынлаштырылған трактор механизаторһыҙ тулыһынса компьютер ярҙамында идара итә. Ул сәселгән урындан башҡа үтмәй. Шуға ла уның сәсеү агрегаты орлоҡҡа, ашламаға һәм яғыулыҡ-майлау материалдарына ҙур экономия яһай. Бындай технология үҙен бер нисә айҙа аҡлай.

Алдынғы техника һәм заманса технологиялар һөҙөмтәлә хужалыҡтарҙың иҡтисади һәм финанс күрһәткестәрен яҡшырта. Был бөгөнгө финанс көрсөк шарттарында айырыуса мөһим, ти Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рөстәм Зәйнуллин..

GPS cистемаһы республиканың барлыҡ машина-технология станцияларында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Тиҙҙән республикалағы барлыҡ сит ил комбайндарына GPS системалар ҡуйылыр тип көтөлә.
XS
SM
MD
LG