Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 19:46

Бөрйәндең граждандар хәле акттарын теркәү идаралығы үҙенсәлекле тикшереү үткәргән.

Бында яңы тыуған сабыйҙарға ата–әсәләрҙең ниндәй исемде йышыраҡ ҡушыуын асыҡлағандар. Күренеүенсә, үҙ балаларына боронғо исемдәр биреүселәр күп.

Балаларҙың тыуыу тураһында таныҡлыҡтарына Байморат, Буранбай, Ишмырҙа тигән исемдәр йышыраҡ яҙыла. Ҡыҙҙарға иһә күп ваҡыт Зөлхизә, Сәлимә, Шәүрә тип исем ҡушалар.

Райондың гражданлыҡ акттарын теркә идаралығы етәксеһе Гүзәл Абдуллина һүҙҙәренә ҡарағанда, төбәктә үҙ ғаиләләрен төҙөгән йәш парҙар ҙа күбәйә.

XS
SM
MD
LG