Accessibility links

шимбә, 3 декабрь 2016, Казан вакыты 18:51

Торлаҡ проекты әҙерләнә


Кризисҡа ҡаршы тороуға төп сара-ул күпләп фатир төҙөү. Был үҙ сиратында эшһеҙлек кимәлен һәм социаль көсөргәнешлекте кәметеүгә лә ярҙам итәсәк.

Хөкүмәт рәйесе Раил Сарбаев ошо хаҡта киң мәғлүмәт сараларына интервьюһында белдерҙе. Башҡортостан президенты тарафынан башҡарма хакимиәт органдары алдында торлаҡ хаҡын арзанайтыу бурысы ҡуйылған. Был тармаҡ ҡеүәтле иҡтисади локомотив. Уны аяҡҡа баҫтырғанда иҡтисадтың башҡа тармаҡтарын да ул үҙ артынан күтәреүгә һәләтле, тип иҫәпләй Раил Сарбаев.

Күп фатирлы һәм шәхси төҙөлөш буйынса республикала күләмле проект әҙерләнә. Бының өсөн Өфө тирәләй дөйөм майҙаны 1 мең гектарлыҡ ер участкалары әҙерләнә. Буласаҡ ҡаласыҡтың инженер һәм коммуналь селтәрҙәрен, юлдарҙы төҙөүҙе дәүләт үҙ иҫәбенә башҡарасаҡ.

Был маҡсатҡа 1 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Бынан тыш, инженер коммуникацияларын төҙөүгә финанстарҙы республика маҡсатлы федераль программаларҙа ҡатнашып та йәлеп итергә ниәтләй. Төҙөлөштөң үҙ ҡиммәтен кәметеү өсөн йорттарҙы республикала етештерелгән арзанлы әммә сифатлы материалдарҙан күтәреү күҙаллана. Был саралар һөҙөмтәлә фатирҙың бер квадрат метрын 10-14 мең һум кимәленә төшөрөү форсатын бирер, тип көтөлә.

2009 йылда ошо ысул ярҙамында 1 мең фатир төҙөү планлаштырыла. Киләһе ике-өс йылда тағы ла 4 мең йорт ҡороласаҡ. Уларҙы бюджет һәм социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре һатып ала алһын өсөн Башҡортостандың торлаҡ төҙөлөшө фонды аша аҙ процентлы займдар биреү юлы менән 1 миллиард һум кредит бүлеү ҡарала. Йорттарын үҙҙәре төҙөргә теләүселәр ҙә проектта күҙ уңынан ысҡындырылмаған. Әлеге ваҡытта Өфө, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы һәм башҡала эргәһендәге ҡалған райондарҙа был маҡсат өсөн ер участкаларын билдәләү бара.

Проектҡа ярашлы, инженер һәм коммуналь инфрастуктураны дәүләт үҙ иҫәбенә төҙөйәсәк, ҡалған эштәрҙе инде участка хужалары үҙ көсө менән башҡарасаҡ. Программа һөҙөмтәлә халыҡты ҡулай хаҡҡа фатир менән тәьмин итеп, төҙөлөш һәм төҙөлөш материалдары предприятиеларында эшләүсе 40 меңгә яҡын кешене эш менән тьәмин итәсәк. Юл төҙөлөшө комплексы ла эшһеҙ ҡалмаясаҡ, тигән хөкүмәт премьер-министры киң «Башинформ» агентлығына интевьюһында.

XS
SM
MD
LG