Accessibility links

Кайнар хәбәр

Октябрскийда экстремизмға арналған ултырыш үтте


Октябрский ҡалаһында экстремизмды иҫкәртеү буйынса ултырыш үтте. Унда ошо төбәктән Туймазы, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Бишбүләк, Шаран, Бүздәк, Миәкә райондары вәкилдәре лә саҡырылды.

Улар алдында баш мөфтөй Тәлғәт Сафа Тажетдин, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт, президент хакимиәте белгестәре сығыш яһаны. Йәштәр экстремизмға йыш ылығалар, уларға дөрөҫ дини тәрбиә бирергә кәрәк тиелде ултырышта.

Октябрский тирәһендә бындай ғауғалар йыш була тора. Март айында ғына унда 18 йәшлек егеткә ҡарата мәхкәмә тыңлауҙары үтте. Әлмир Баҙыҡов атлы егет хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре ғүмеренә янаған өсөн хөкөм ителде.

Былтыр ул урындағы милиция бүлегенә барып милиция капитаны 30 йәшлек иргә бысаҡ менән ташланғайны. Әлмир Баҙыҡов был ҡылығын милиция Ҡөрьән тәғлимәттәре буйынса түгел, конституция буйынса йәшәгәне өсөн яза, улар Ҡөръәндең дошмандары тип аңлатты. Психик медицина тикшереүҙәр егеттең психик яҡтан бөтөнләй үк сәләмәт булмауын күрһәткән.
XS
SM
MD
LG