Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда телдәр һаҡлау программаһы төҙөлә


Башҡортостанда халыҡтар телдәрен өйрәнеү, һаҡлау һәм үҫтереү буйынса республика программаһы әҙерләнә. Был турала Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында ҡанунды ғәмәлгә ашырыу буйынса хөкүмәт ҡарамағындағы комиссия ултырышында белдерелде.

Быға тиклем 2006-2010 йылдарға иҫәпләнгән Дәүләт программаһы эшләне. Хәҙер уға алмашҡа 2016 йылғаса яңы документ өҫтөндә эш башлана. Уға яуаплы итеп мәғариф министрлығы билдәләнә. Ведомство республика хөкүмәтенә маҡсатлы программа проектын әҙерләп тапшырырға тейеш.

Телдәр тураһында комиссия ла тулыһынса тиерлек яңыртылды. Уға етәксе итеп вице-премьер, республика хөкүмәте аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов билдәләнде.
XS
SM
MD
LG