Accessibility links

сишәмбе, 6 декабрь 2016, Казан вакыты 23:00

Социаль-реабилитация үҙәге айнытҡыстан шәберәк


Республика буйынса айнытҡыстарҙы алмаштырған социаль-реабилитация үҙәге эш башлауға 4 ай тулып та китте. Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы айнытҡыстарҙан айырмалы, бында алып килгәндәрҙең сәләмәтлеген табиптар тикшерә, кәрәк осраҡта медицина ярҙамы күрһәтелә.

Хатта йыуыныу, кейемдәрен таҙартып үтекләү кеүек хеҙмәттәр ҙә бар. Әлегә социаль-реабилитация үҙәгенең көньяҡ бүлексәһе эшләй. Сама менән йәй баштарында үҙәктең Черниковка биҫтәһендә төнъяҡ бүлексәһе лә эш башлай.

Уларҙы тотоу ҡала ҡаҙнаһына йылына бер тиҫтә ярым миллион һумға барып баҫа. Бынан тыш асарбаҡтарға паспорт, башҡа документтарын юллап алыуҙа, эшкә урынлашыуҙа ла булышлыҡ итәләр. Мәҫәлән, бер асарбаҡ эш урыны табып эш башлаған.

XS
SM
MD
LG