Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 11:18

Янғындарға ҡаршы махсус режим иғлан ителде


Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, күптәр сүп-сар яндырып янғын сығара. Хәҙер иһә бының өсөн штраф түләргә тура киләсәк.

Һуңғы биш көндә генә республикала баҡса участкаларында 17 ҙур янғын теркәлгән, 16 баҡса йорто тулыһынса янып юҡҡа сыҡҡан.

Стәрлетамаҡ районының Ясная – 6 баҡсаһында, Өфөнөң Калинин районында урынлашҡан Ҡарағай баҡса кооперативында утттың бер йорттан икенсеһенә күсеп тиҫтәләгән кеше зыян күргән. Бынан һуң киске сәғәттәрҙә пиротехника менән файҙаланып халыҡтың тыныслығын боҙоусыларға ҡарата ла административ саралар күреләсәк.

Дәүләт йыйылышы Ҡоролтай депутаттары ошондай ҡанун ҡабул итергә ниәтләй. Шулай уҡ Федераль йыйылышҡа ҡанун сығарыу башланғысы менән дә сығыш яһарға иҫәп тота. Парламент комитеты рәйесе Рауил Бикбаев әйтеүенсә, уларҙың береһе китапханалар тураһындағы федераль законға үҙгәрештәр индереүгә ҡағыла.

Дәүләт йыйылышы Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында Башҡортостан президентының дәүләт йыйылышы Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнәмәһен бойомға ашырыуҙы ҡанундар менән тәьмин итеү буйынса саралар планы ҡараласаҡ. Ултырышта шулай уҡ хеҙмәт баҙарындағы хәл, ундағы тотороҡлоҡто һаҡлау сараларына арналаған хөкүмәт сәғәте уҙғарыласаҡ.

XS
SM
MD
LG