Accessibility links

Кайнар хәбәр

Быйыл 11-се кластар мәктәпте ике көнгә алғараҡ тамамлай


Һуңғы ҡыңғырау йыл һайын 25-се майҙа яңғыраһа, был юлы уны 23-өнә күсергәндәр.

Берҙәм дәүләт имтихандары графигының тығыҙ булыуын иҫәпкә алып, мәктәп тамамлау байрамы датаһы ла күсерелә. Мәғариф министрлығы ошо турала ҡарар иткән.

Быйыл Башҡортостанда урта мәктәпте 30 мең самаһы, анығыраҡ әйткәндә 29 мең 992 уҡыусы тамамлай. Берҙәм дәүләт имтиханы быйылдан барыһы өсөн дә мотлаҡҡа әйләнде.

11-селәр математика, рус теле һәм әҙәбиәте, физика, биология, химия, география, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, сит телдәр, информатика буйынса һынау тотасаҡ. Башҡортостанда теләүселәргә Башҡорт теле буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы бирергә мөмкин.
XS
SM
MD
LG