Accessibility links

Кайнар хәбәр

Суд приставтары бурыстарын түләргә мәжбүр итә


Суд приставтары кредитын ваҡытында ҡапламағандарҙы бурыстарын түләргә мәжбүр итә.

Дүртөйлөлә бер эшҡыуар финанс мөмкинлеге булһа ла 2007 йылдан бирле 264 мең һумын ҡайтарып бирергә ашыҡмаған. Быйыл ғинуарҙа мәхкәмә уға бурысын ҡапларға ҡуша, әммә ул бар мөлкәтен дә башҡалар исеменә яҙҙырып дәүләткә бурысын ҡаплауҙан ҡаса.
Хәҙер был кешегә иректән мәхрүм итеү янай. Ошондай уҡ енәйәт эше Өфөлә фирма етәксеһенә ҡарата ла ҡуҙғатылған. Мәхкәмә уға былтыр 42 миллион һумдан ашыу бурысын ҡайтарырға ҡарар сығарған, әммә эшҡыуар был ҡарарҙы һаман да үтәмәгән.
XS
SM
MD
LG