Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 09:15

Йәштәр Төркиәнән ҡайтты


Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры төрөк донъяһына башҡорт драматургияһы мөмкинлектәрен күрһәтте. Театр коллективы күптән түгел Стамбулдағы гастролдәрен тамамланы.

Башҡортостан артистары “Йәшлек көндәре” тип аталған халыҡара театрҙар фестиваленә саҡырылғайны. Сара Стамбул ҡалаһы хакимиәте тарафынан 25-се тапҡыр ойошторола. Милли йәштәр театры Стамбул тамашасыһына “Диләфрүзгә дүрт кейәү” тип аталған комедияны тәҡдим итте.

Тамашаның режиссеры Илнур Муллабаев. Фестивалде ойоштороусыларҙың береһе Ариф Аҡҡая башҡорт театрына иҫтәлекле диплом тапшырып, спектаклдың күңелле музыкаһын, тормошто яратыусан йөкмәткеһен һәм һоҡланғыс юмор оҫталығын билдәләне.

“Диләфрүзгә дүрт кейәү” комедияһы театраль форумдағы иң сағыу тамашалар исемлегенә индерелде. Стамбулдағы “Решат Нури сәхнәһе” тип аталған театр Башҡортостан артистары өсөн яҡшы таныш.

Бында күптән түгел Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт драма театры “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһын сәхнәләштергән. Башҡортостандың Төркиәләге вәкиле Ҡаншәүбей Мизиев фекеренсә, милли йәштәр театры артистарының да уңышлы гастролдәре ике төбәк араһындағы мәҙәни бәйләнештәрҙе йәнә нығытасаҡ.

XS
SM
MD
LG