Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 19:19

Стәрлетамаҡта ҙур миҡдарҙа наркотиктар табылган


Енәйәтсел көркөм ҡалаға героин килтереп һатыу менән шөғөлләнгән.

Башта 24 йәшлек егет тотола. Ул наркотиктарҙы әсәһенең ҡушыуы буйынса һатыуын таный. Тентеү барышында уның әсәһенең сумкаһында 1 мең 120 доза героин табыла.

Тикшереү барышында асыҡланыуынса уларға наркотиктарҙы Әрманстандан ташығандар. Наркокүҙәтеү хеҙмәте уҙғарған операция барышында енәйәтсел төркөмдөң бар ағзалары ла ҡулға алына, уларҙан дөйөм алғанда 2 мең доза героин, байтаҡ марихуана, енәйәтсел юл менән эшләнгән аҡса, биҙәүестәр, еңел автомобилдәр тартып алына.

XS
SM
MD
LG