Accessibility links

Кайнар хәбәр

Ленинград блокадаһында ҡатнашыусылар Өфө менән таныша


Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар берлеге саҡырыуы буйынса Өфөгә төнъяҡ башҡала делегацияһы килде.

Улар ҡаланы азат итеүҙә ҡатнашҡан Башҡортостан яугирҙары менән осраша. Ленинградты ҡоршауҙан азат итеүҙә Башҡортостандан меңәрләгән яугир ҡатнаша. 462 яҡташыбыҙҙың исеме ҡаланың Хәтер китабына индерелгән.

Пискарев зыяратында Ленинград өсөн һуғыштарҙа һәләк булған Башҡортостан яугирҙары иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
XS
SM
MD
LG