Accessibility links

шимбә, 3 декабрь 2016, Казан вакыты 09:55

Өфөлә нетселәр форумы башланды


Өфөлә Рәсәй нефть-газ сәнәғәтселәренең 8-се конгрессы һәм “Газ. Нефть. Технологиялар” 17-се халыҡара махсус күргәҙмәһе башланды.

Республикала йылына 26 миллион тонна нефть эшкәртелә. Рәсәйҙә етештерелгән автомобиль яғыулығының 17 проценты Башҡортостан өлөшөнә тура килә. Етештерелгән бензин евро-3, евро-4 маркалы һәм Европа стандарттарына тап килә. Нефть сеймалын эшкәртеү тәрәнлеге 84 процентҡа етә.

Рәсәй нефть сәнәғәтселәре конгресы һәм “Нефть. Газ. Технологиялар” халыҡара күргәҙмәһе Башҡортостанда 1992 йылдан алып ойошторола. Белгестәр был юлы ла сара нефть һәм газ сәнәғәтен үҫтереүгә яңы мөмкинлектәр асыр, яғыулыҡ энергетика комплексында инновацион алымдар индереүгә ярҙам итер, тип ышана.

XS
SM
MD
LG